07:32 (UTC+5), 17 Июнь 2021

Башҡортостанда 22 мең медицина хеҙмәткәренә ваҡытынан алда пенсия түләнә

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Башҡортостанда 22 мең медицина хеҙмәткәренә ваҡытынан алда пенсия түләнә, тип хәбәр итте Пенсия фондының республика бүлексәһе.
Ҡануниәткә ярашлы, табиптар талап ителгән махсус эш стажы булған осраҡта, бөтәһе өсөн дә билдәләнгән пенсия йәшенә етерҙән алдараҡ пенсия алырға хоҡуҡлы. Ауыл ерендә – 25 йылдан, ҡалала иһә 30 йылдан ашыуыраҡ эшләргә кәрәк. Һөнәри белем һәм өҫтәмә һөнәри белем алыу осоро ла уларҙың хеҙмәт стажына индерелә.
Коронавирус инфекцияһы менән ауырыған пациенттарға медицина ярҙамы күрһәткән медицина хеҙмәткәрҙәренә 2020 йылдың 1 ғинуарынан 30 сентябренә тиклем эшләү осорон иҫәпләү сығарыуҙың махсус тәртибе билдәләнгән. Ваҡытынан алда пенсия алырға хоҡуҡ биргән эш көнө уларға ике стаж көнө тип иҫәпләнә.
Рәсәй Пенсия фондының Башҡортостан Республикаһы буйынса бүлексәһе идарасыһы Фоат Хантимеров әйтеүенсә, әлеге ваҡытта республиканың 22 625 һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәренә ваҡытынан алда пенсия түләнә, 334 медицина хеҙмәткәре ғәмәлдәге ҡануниәткә ярашлы 2020 йылда ваҡытынан алда пенсияға сығыу хоҡуғын алды.
Ҡартлыҡ буйынса ваҡытынан алда страховка пенсияһы алыу өсөн нигеҙе булған һәр кем ошондай пенсияға хоҡуҡ биргән льготалы стаж дауамлылығын күҙәтеп барырға мөмкин.
Мәғлүмәтте дәүләт хеҙмәттәре порталында һәм Пенсия фонды сайтында сервистар аша алырға була. Шулай уҡ зыянлы һәм ауыр хеҙмәт шарттары булған производствола мәшғүлдәр, педагогтар, медицина хеҙмәткәрҙәре, «себерҙәр», стажы льготалы тип иҫәпләнгән башҡа категорияларҙың мәғлүмәт алыу мөмкинлеге бар.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика