Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.13
-0.37
98.71
-0.2
89.38
+0.27
17+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Май 2021, 11:07

Республикала талпандарҙан зыян күреүселәр артҡандан-арта

Башҡортостанда талпандарҙан зыян күреүселәр артҡандан-арта, тип хәбәр итте Роспотребнадзорҙың республика идаралығы. 24 майға ҡарата мәғлүмәттәр буйынса, 3 726 кеше табиптарға мөрәжәғәт иткән (2020 йылда – 2946), уларҙың 1478-е — балалар. Уҙған йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда зыян күреүселәр 800-гә тиерлек күберәк.
Иҫкәртеү һәм эпидемияға ҡаршы саралар барышында идаралыҡ белгестәре акарицид ярҙамында эшкәртә, бындай эшкәртеүҙең һөҙөмтәлелеген тикшерә башланы.
Бөгөнгә 3244,8 гектар майҙан, шул иҫәптән Өфө биләмәһендә 1156,1 гектар эшкәртелгән. Республикала бөтәһе 4 мең гектар майҙанды акарицид ярҙамында эшкәртеү планлаштырыла, был уҙған йыл кимәлендә.
Башҡортостан Республикаһының Гигиена һәм эпидемиология үҙәгендә, уның филиалдарында талпандарҙы талпан энцефалитына һәм боррелиозға тикшереү пункттары эшләй.
Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас: