05:29 (UTC+5), 25 Май 2021

Башҡортостанда тәбиғи бал музейы асылды

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Мәсетле районының Ҡотош ауылында яңы тәбиғи музей үҙ эшен башланы. Уны ауыл старостаһы, район башҡорттары ҡоролтайы аҡһаҡалы, умартасы Әхмәтнур Хәфизов үҙ йортоноң ихатаһында ойошторған. Бында умартасылыҡ тарихын бәйән иткән экспозициялар менән танышырға мөмкин. Музейҙа умартасылыҡтың тулы циклы, уның боронғонан алып бөгөнгө көнгә тиклемге тарихын сағылдырыла. Шулай уҡ килгән ҡунаҡтар башҡорт балынан да ауыҙ итә ала.
Башҡорт ҡоролтайының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Әхмәтнур Хафизов музей асыу теләге менән күптән янған. Был, тәү сиратта, йәш быуынға кәрәк, ти ул. Ул балаларҙы умартасылыҡ серҙәренә өйрәтә. Умартасы башҡорт халҡының боронғо кәсебен тергеҙеү тураһында хыяллана. Бер юлы тикшеренеү эштәре лә алып бара. Мәсетле районы умартасылары тураһында альбом төҙөгән.
Башҡорт балы музейын асыуҙа Мәсетле районы хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гөлназ Ҡадирова, Ләмәҙтамаҡ ауыл биләмәһе башлығы Раил Низамов, умартасылар, уҡыусылар ҡатнашты.
Гөлназ Ҡадирова балдың шифаһы тураһында һөйләне һәм балаларҙы үҙ тамырҙарын һаҡларға, атай-олатайҙарҙың умартасылыҡ юлын дауам итергә саҡырҙы. Файҙалы шөғөл булғанда, тормошта яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшергә мөмкин.
«Беҙҙең районда ҡортсолоҡ киң тарала бара. Был һөнәр менән ҡыҙыҡһыныусыларҙың артыуы ҡыуандыра. Минең атай-олатайҙарым да ғүмере буйы бал ҡорттары аҫраған, үҙем дә умартасы. Бындай музей асылыуы бик ваҡытлы, был тармаҡты үҫтерергә кәрәк», — ти Мәсетле районының билдәле умартасыһы Руслан Мөхәмәтйәнов.
1 из 9
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика