Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
90.92
-0.33
98.9
+0.07
83.29
+0.02
9+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
25 Май 2021, 15:57

Баш ҡалала күҙ һәм пластик хирургия үҙәгендә ОМОН хеҙмәткәрҙәрен күргәндәр

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Өфөлә 25 майҙа Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Р. Зорге урамында урынлашҡан Бөтә Рәсәй күҙ һәм пластик хирургия үҙәгенә хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре килгән. «Башинформ» агентлығына медицина учреждениеһы хеҙмәткәре хәбәр итеүенсә, омоновсылар иртән үк ингән һәм әле һаман клиникала.
Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, оператив-тәфтиш саралары үткәрелә.
Үҙәк вәкиле билдәләүенсә, бинала хәлдең көсөргәнешле булыуына ҡарамаҫтан, табиптар пациенттарға операция яһауын дауам итә.
Республика Эске эштәр министрлығының һәм Росгвардияның матбуғат хеҙмәттәрендә оператив аңлатма бирмәнеләр. Клиника етәкселеген шылтыратып алып булмай: кемдер операцияла, башҡалар телефондан һөйләшә йә трубканы алмай.
Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас: