14:47 (UTC+5), 24 Мая 2021

Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәге тиҙҙән яңы бинала эш башлай

видеонан скрин
видеонан скрин
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәге тиҙҙән яңы бинала эш башлай, тип хәбәр итте республика етәксеһе Радий Хәбиров хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Республика менән идара итеү үҙәге 2020 йылдың 19 ноябрендә Башҡортостан Башлығының Социаль коммуникациялар идаралығында эшләй башлағайны. Берҙәм платформала төбәк йәшәйешенең бөтә тармаҡтары күрһәтелә. Система дәүләт органдарында һәм урындағы үҙиадара органдарында идара итеү сифатын яҡшыртыуға йүнәлтелгән, шулай уҡ ялыуҙарҙы һәм тәҡдимдәрҙе оператив хеҙмәтләндерергә һәм ҡарарҙар ҡабул итергә мөмкинлек бирә.
Октябрҙә Өфөлә яңы яр буйы һәм Хөкүмәт йорто араһында Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәге төҙөлә башлағайны. Бинаның майҙаны – 6200 квадрат метр.
Хөкүмәт премьер-министры Андрей Назаров билдәләүенсә, Үҙәкте асыуға бөтә нәмә әҙер тиерлек.
Әйткәндәй, Республика менән идара итеү үҙәгенән тыш, яңы бинала Үҫеш корпорацияһы һәм Стратегик асыштар үҙәге урынлаша.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика