11:10 (UTC+5), 21 Мая 2021

Башҡортостан ҡатын-ҡыҙҙары һылыулығы, тыйнаҡлығы һәм тәрбиәлелеге менән айырылып тора: Радий Хәбиров

Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте
Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте
Башҡортостанда бик күп әүҙем ҡатын-ҡыҙҙар йәшәй, уларҙың күбеһе бөгөн «Ҡатын-ҡыҙҙың бәхет биләмәһе»нә килде, тине Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Башҡортостан юлдаш телеканалындағы «Бәхет һиндә» тапшырыуының тура эфирында. Гүзәл зат вәкилдәре дәүләт власы органдарында юғары вазифалар биләй. Башҡортостанда Ҡыйғы һәм Иглин райондарын ҡатын-ҡыҙҙар етәкләй, был республика тарихында тәүге тапҡыр.
«Мин ошо ҡарарҙы ҡабул иткәндә уларға таянырға мөмкин икәнен аңланым. Ҡатын-ҡыҙҙар һәр эшкә яуаплы ҡарай, күп кенә ир-егеттәргә өлгө булырлыҡ. Зөһрә Мәүлитбай ҡыҙы (Ҡыйғы районы башлығы) республиканың төньяҡ-көнсығышында бик популяр етәксе булып китте. Уның хаҡында бик яҡшы фекерҙәр бар. Гүзәл Рәйес ҡыҙы (Иглин районы башлығы) был вазифала яңы ғына эшләй башланы. Республикабыҙҙа ошондай тәжрибә дауам ителер, тип әйткем килә», — тине Башҡортостанда етәксеһе.
Радий Хәбиров һүҙҙәренсә, власҡа ҡатын-ҡыҙҙарҙы күберәк йәлеп итеүгә килеп тыуған стереотиптар, ир-егеттәр шовинизмы ҡамасаулай. Хәҙер ҡатын-ҡыҙҙар коммерцияға ҡарамаған йәмәғәт ойошмаларында әүҙем эшләй, власҡа күп проблемаларҙы хәл итергә ярҙамлаша.
«Был ҙур армияға рәхмәтлемен, әлбиттә, улар олалар тураһында хәстәрлек күрә, сирле балаларҙы ярҙамынан ташламай. Былтыр коронавирус пандемияһы осоронда күп ҡыҙҙар ирекмән булып эшләне».
Һәр төрлө кимәлдәге етәксе йәкшәмбе көнөн булһа ла ғаиләһенә бағышларға тейеш, тип иҫәпләй Радий Хәбиров.
Башҡортостан Башлығы билдәләүенсә, республика ҡатын-ҡыҙҙары бик сибәр, быны бик ябай ғына аңлатырға мөмкин.
«Беҙҙең республика күп милләтле, беҙҙә ҡан ҡатышыу бар, бынан матур балалар тыуа. Ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙға тыйнаҡлыҡ, үҙ дәрәжәңде белеү хас, улар бик тәрбиәле», — тине республика етәксеһе.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика