16:42 (UTC+5), 20 Май 2021

Республикаға Чумаков исемендәге үҙәктең 2 340 доза «КовиВак» вакцинаһы килтерелде

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы
Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Бөгөн, 20 майҙа, Башҡортостанға Чумаков исемендәге үҙәктең 2 340 доза«КовиВак» вакцинаһы килтерелде. Был инде Рәсәйҙә яңы коронавирус инфекцияһына ҡаршы теркәлгән өсөнсө вакцина.
«КовиВак» препараты М. П. Чумаков исемендәге Иммунобиологик препараттар әҙерләү һәм тикшереүҙәр федераль ғилми үҙәгендә етештерелгән. Башҡаларҙан – «Гам-КОВИД-Вак» һәм «ЭпиВакКорона»нан айырмалы рәүештә, унда вирус бар. Вирус әүҙем түгел, йәғни зарарһыҙландырылған һәм кеше өсөн хәүефһеҙ.
«КовиВак» +2-нән +8 градусҡа тиклем температурала һаҡлана. Вакцинаны туңдырыу тыйылған. Тәүҙә – беренсе компоненты, 14 көндән һуң икенсеһе индерелә.
Вакцина рәсми рәүештә 2021 йылдың 20 февралендә теркәлгән. Бөгөнгә 70 000 доза вакцина етештерелгән.
Әлеге ваҡытта вакцинаны 18 йәштән 60 йәшкә тиклемгеләр генә ҡулланырға мөмкин. Йөклө саҡта һәм баланы имеҙгәндә прививка яһатырға ярамай. Тиҙҙән Чумаков исемендәге үҙәк «КовиВак»ты клиник һынауҙың өсөнсө фазаһын үткәрергә йыйына, унда теләк буйынса 60 йәштән ололар ҡатнаша.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика