07:11 (UTC+5), 20 Мая 2021

Башҡортостан биләмәһе ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһенә әүерелергә тейеш – Радий Хәбиров

Олег Яровиков
Азат Ғиззәтуллин
Бөгөн Өфөнөң «Торатау» конгресс-холы майҙансығында «Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе» хәйриә проекты саралары башланды. Өфө ике көнгә Рәсәйҙең ҡатын-ҡыҙҙар баш ҡалаһына әүерелде. Проект авторы, Башҡортостан башлығының хәләл ефете Каринэ Хәбирова, республиканың баш ҡалаһына килгән ҡатын-ҡыҙҙарҙы сәләмләп, Өфөлә «Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе»нең тәүге тапҡыр ил күләмендә ойошторолоуын билдәләне. Уның һүҙҙәренсә, проектта бының менән ысын күңелдән шөғөлләнгән һәм бөтәһенә бәхет килтерергә теләгән кешеләр эшләй.
«Беҙ, ҡатын-ҡыҙҙар, йылылыҡ, йылмайыу бүләк итергә тейешбеҙ, ә беҙҙең ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһенән ирҙәребеҙ, балаларыбыҙ һәм туғандарыбыҙ ыңғай энергия алырға тейеш. Башҡортостанда төрлө ҡыҙыҡһыныуҙарҙы берләштергән бик күп ҡатын-ҡыҙ ойошмалары бар. Ләкин тупланыу, ҡаҙаныштар хаҡында һөйләү һәм тәжрибә уртаҡлашыу өсөн майҙансыҡ юҡ ине. «Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе» быны эшләй алды. Беҙ үҙеңде, һәләтеңде күрһәтеү, үҙеңдең һәм ғаиләңдең тормошон үҙгәртеү өсөн ниндәйҙер яңылыҡ табырға мөмкинлек бирәбеҙ», — тип билдәләне Каринэ Хәбирова.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров проекттың республиканың байтаҡ ҡалаларында һәм райондарында булыуын, уның географияһы киңәйә барыуын әйтте.
«Залда шул тиклем гүзәл һәм һылыу ҡатын-ҡыҙҙарҙың ултырғанын иҫләмәйем. Былтыр ошо залда шундай составта йыйыла алырбыҙ тип күҙ алдына килтереүе ауыр ине, был – беҙҙең коронавирусты еңеүебеҙ ул. Бөгөн «Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе» командаһына рәхмәт белдерәм. Уның хаҡында тик ыңғай фекерҙәр, ул бик файҙалы. Беҙгә, ир-аттарға, һеҙҙең аҙ ғына йылмайыуығыҙ ҙа етә. Ә ир-егеттәрҙең бурысы – Башҡортостан биләмәһе ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһенә әйләнергә тейеш», — тине Радий Хәбиров.
«Проект башланғандан алып күп ваҡыт та үтмәне кеүек, ләкин меңләгән ҡатын-ҡыҙ үҙен яратырға һәм бәхетле булырға өйрәнде. Ҡатын-ҡыҙ бәхетле булһа, бөтә ерҙә лә бәхет бар», — тип билдәләне Башҡортостандан сенатор Лилиә Ғүмәрова һәм Федерация Советы рәйесе Валентина Матвиенконың сәләмләү һүҙҙәрен еткерҙе.
Форумда ҡатнашыусыларҙы ике көн дауамында бай программа: лекциялар, түңәрәк өҫтәлдәр, оҫталыҡ дәрестәре, воркшоптар, медицина консультациялары һәм экспресс-тестар көтә.
Сара ҡунаҡтары – Оксана Пушкина, Арина Шарапова, Алена Яковлева, Ольга Баталина, Валентина Пешкова, Нюта Федермессер, Петр Кучеренко, Валентина Паевская, Арпине Саркисян, Регина Доктор, Александр Семин – үҙҙәренең тәжрибәһе менән уртаҡлашыр һәм яҡшы яҡҡа үҙгәрештәргә илһамландырыр.
Беренсе көндә — ҡатнашыусылар өсөн эшлекле программа, икенсеһендә (21 майҙа) һаулыҡ һәм үҙеңде үҫтереү хаҡында лекциялар була.
1 из 18
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика