07:00 (UTC+5), 19 Мая 2021

Өфөлә ҡотҡарыусылар ике бәләкәй ҡыҙҙы һыуҙан тартып сығарған

Өфө буйынса Граждандарҙы яҡлау идаралығының матбуғат хеҙмәте
IMPORT Сервисный
Кисә кискеһен Өфөлә «Ҡояшлы» пляжынан өҫтә урынлашҡан урында ҡотҡарыусылар ағым ағыҙып алып киткән ике баланы һыуҙан тартып сығарған.
«Ошо хәл булыр алдынан ҡотҡарыусылар улар ял итеү өсөн һайлаған урындың бик хәүефле булыуы тураһында иҫкәрткән – былтыр унда бер бала батып үлгән. Әгәр ҙә һыу инеү теләге көслө икән, «Ҡояшлы» пляжы яғында йөҙөргә кәрәк», — тип хәбәр иттеләр Өфөнөң Граждандарҙы яҡлау идаралығынан.
Ҡотҡарыусылар ҡыҙҙарҙы ағым ағыҙып алып китеүен күреп ҡалғас та катер менән уларға ярҙамға ашыҡҡан – һуңыраҡ балалар ҡысҡыра, ярҙамға саҡыра башлаған. Шулай уҡ пляжда ял итеүселәрҙең береһе ҡыҙҙарҙы ҡотҡарыу өсөн һыуға һикергән.
Ҡотҡарыусылар егетте һәм ҡото алынған балаларҙы катерға ултыртып, ярға сығарып ҡуйған. 13 һәм 10 йәшлек балаларҙы ата-әсәһенә тапшырғандар. Уларға медицина ярҙамы талап ителмәгән.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика