Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.17
0
90.4
0
66.47
+1.13
19+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Май 2021, 10:04

Ергә Хеопс пирамидаһынан ҙурыраҡ астероид яҡынлаша

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
14 майҙа Ергә Хеопс пирамидаһынан ҙурыраҡ 2015 KJ19 астероиды яҡынлаша. Был хаҡта НАСА подразделениеһы сайтына һылтанма менән РИА Новости агентлығы хәбәр итте.
Астероидтың диаметры – 88-ҙән 200 метрға тиклем, ә Хеопс пирамидаһының бейеклеге иһә 147 метр.
Ул Ергә Мәскәү ваҡыты буйынса көндөҙгө 2-се 4 минутта яҡынлаша, был ваҡытта астероид менән Ер араһында аҙ ғына ара ҡала. Астероид хәүеф менән янамай, сөнки уның осош траекторияһы Ерҙән Айға тиклемгә ҡарағанда 15 тапҡырға алыҫыраҡ урынлаша.
Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас: