07:43 (UTC+5), 11 Мая 2021

Башҡортостан Хөкүмәтендә 14 майҙы уҡыусылар өсөн ял көнө итеү тәҡдиме индерелде

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Башҡортостан Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә 14 майҙы уҡыусылар өсөн ял көнө итеү тәҡдиме индерелде.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, был аҙнала өс эш көнө – 11, 12 һәм 14 май. 13 майҙа республикала Ураҙа байрамы билдәләнә.
«Уҡыусылар ике көн уҡый ҙа 13 майҙа ял итә, 14 майҙа - бер уҡыу көнө, ә һуңынан - йәнә ял. Халыҡ, Мәскәүҙәге кеүек, 14 майҙы ял көнө итеүҙе һорай. Был осраҡта күптәр ҡаланан 4 көнгә сығып китә алыр ине», — тине Башҡортостан Республикаһы хөкүмәте премьер-министры Андрей Назаров.
Радий Хәбиров был тәҡдимде көтөлмәгән тип атаны, уҡыусыларҙың былай ҙа күп дәрес ҡалдырыуын билдәләп үтте. Республика башлығы Мәғариф министрлығына әлеге мәсьәләне өйрәнергә, әгәр мөмкин булһа, башланғысты хупларға ҡушты.
«Дөрөҫөн әйткәндә, беҙ күп ҡалдырҙыҡ. Хәҙер уҡыу графигы бөтә сәғәттәрҙе иҫәпләү өсөн төҙөлгән. Ләкин беҙ быны ентекләп өйрәнербеҙ», — тип билдәләне мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Илдар Мәүлитбирҙин.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика