09:33 (UTC+5), 28 Апреля 2021

Башҡортостанға эш сәфәре менән Росприроднадзор етәксеһе Светлана Радионова килде

Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте
Азат Ғиззәтуллин
Тәбиғәттән файҙаланыу өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт (Росприроднадзор) етәксеһе Светлана Радионованың Башҡортостанға эш сәфәре Салауатта атмосфера һауаһының бысраныуына контролдең автоматлаштырылған станцияһын ҡарауҙан башланды.
Ҡаланың төньяҡ һәм көньяҡ өлөштәрендә урынлашҡан ике станция төҙөлөшөн ҡаланың социаль үҫешенә ярҙам хәйриә фонды аша «Газпром нефтехим Салауат» йәмғиәте финанслаған. Уларҙың хаҡы 55,9 миллион һум тәшкил иткән.
Япония, Германия, Франция һәм Нидерландтың ҙур фирмаларының ҡорамалдары ҡуйылған ошо станциялар бысратыусы матдәләрҙең 23 төрө буйынса атмосфера һауаһының торошон үлсәргә мөмкинлек бирә. Атмосфера һауаһының бысраныуына контролдең автоматлаштырылған станцияһынан алынған мониторинг һөҙөмтәләре, Башҡортостан гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхитте күҙәтеү идаралығының күҙәтеү постары һөҙөмтәләренән айырмалы рәүештә, тораҡ пункт биләмәһендә атмосфера һауаһының сифатын ғәҙелерәк баһаларға мөмкинлек бирә, сөнки автоматик режимда һәм тәүлек әйләнәһенә эшләй.
Станциялағы барлыҡ мәғлүмәттәр, шул иҫәптән атмосфера һауаһының бысраныу осраҡтары ла Башҡортостандың Экология министрлығы сайтына урынлаштырыла.
«Республикалағы экологик хәл беҙҙең хеҙмәт яғынан да иғтибар талап итә. Белгестәребеҙ уҙған йылда 700 миллионға зыян килтерелеүен асыҡланы. Башҡортостан сода компанияһы биләмәһен ҡарап сығыу миндә бер ниндәй ҙә ыңғай тойғолар тыуҙырманы», — тине Светлана Радионова, журналистарҙың һорауҙарына яуап биреп.
Тәбиғәттән файҙаланыу өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт етәксеһе билдәләүенсә, Башҡортостан сода компанияһы менән бәйле бөтә экологик проблемаларҙы бергәләп хәл итеү өсөн барлыҡ сараларҙы күрергә кәрәк.
Ул шулай уҡ үҙ иҫәбенә атмосфера һауаһының бысраныуына контролдең автоматлаштырылған станцияһын ҡуйған «Газпром нефтехим Салауат» предприятиеһының эшен ыңғай баһаланы.
«Ләкин барып күреү - бер, ә хәлде төҙәтеү икенсе эш. Президентыбыҙ әйткәнсә, беҙ һәйбәт экологиялы илдә йәшәргә тейешбеҙ. Төбәктә сәнәғәт предприятиелары күп, бында күҙәтеү етдиерәк булырға тейеш».
Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры Андрей Назаров үҙ сиратында сәнәғәт үҫеше һәм экологияны һаҡлау араһында тигеҙлек булыуҙың мөһимлеген билдәләне.
1 из 5
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика