Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
82.3
-0.47
93.68
-0.48
65.27
+0.6
18+ °C
Ясна
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Апрель 2021, 15:21
27 апрелдә республикала йәшәүселәр пенсияны һәм социаль түләүҙәрҙе иҫәпләү буйынса һорауҙар бирә ала
27 апрелдә иртәнге сәғәт 10-дан көндөҙгө 1-гә тиклем «Берҙәм Рәсәй» партияһының йәмәғәтселекте ҡабул итеү бүлмәһендә пенсияны һәм социаль түләүҙәрҙе иҫәпләү, өлкән быуын кешеләренә хоҡуҡи ярҙам күрһәтеү мәсьәләләре буйынса халыҡты ҡабул итеү ойошторола. Унда Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау, Һаулыҡ һаҡлау министрлыҡтары вәкилдәре, Рәсәй Пенсия фондының республика идаралығы, Халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге белгестәре, шулай уҡ илдең Юристар ассоциацияһы ағзалары ҡатнаша.
Граждандарҙы ҡабул иткәндә тура бәйләнеш телефоны эшләй: (347) 226-78-25. Шулай уҡ +7 903 353 11 03 номерына (WhatsApp) хәбәр ебәрергә мөмкин. Халыҡты ҡабул итеү Өфө ҡалаһы, Достоевский урамы, 73 адресы буйынса ойошторола.
https://www.bashinform.ru/news/1587301-27-aprelya-zhiteli-bashkirii-mogut-zadat-voprosy-po-nachisleniyu-pensiy-i-sotsialnykh-vyplat-/
Автор:
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Теги:
граждандарҙы ҡабул итеү
Читайте нас: