Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
84
-0.84
97.29
+0.37
62.51
+0.52
-1 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Апрель 2021, 14:07

Өфөлә ташҡындан зыян күргәндәр өсөн әйбер йыйыу ойошторолдо

Өфөлә «Берҙәм Рәсәй»ҙең ҡабул итеү бүлмәһендә ташҡындан зыян күргәндәр өсөн әйбер йыйыу ойошторолған. Гуманитар ярҙам рәүешендә кейем-һалым, аяҡ кейеме, түшәк кәрәк-ярағы, таҫтамалдар, хужалыҡ тауарҙары ҡабул ителә.
Әйберҙәр уңайлы, таҙа, һәйбәт торошта булырға тейеш. Йыйылған әйберҙе ирекмәндәр мохтаждарға тарата.
Өфө ҡалаһы, Достоевский урамы, 73 адресы буйынса иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 6-ға тиклем ҡабул итәләр. Телефон: 276-12-90.
Автор: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас