Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.26
-0.33
99.71
-0.56
86.97
-0.03
-3 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Апрель 2021, 10:19

Башҡортостанда тәүге урман янғындары теркәлде

Башҡортостан Республикаһының Урман хужалығы министрлығы
Башҡортостан Республикаһының Урман хужалығы министрлығы
Башҡортостан биләмәһендә янғын хәүефе миҙгелен индереүҙең тәүге көнөндә урман янғындары теркәлгән. Республика Урман хужалығының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, Учалы районында 14 кеше һәм алты берәмек техника 3 гектар майҙандағы янғынды һүндергән.
Әбйәлил районында 0,5 гектар участкала 11 кеше һәм ике махсус машина эшләгән.
«Ике янғындың да сәбәбе – ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәрҙә ҡоро үләнде рөхсәтһеҙ үртәү. Һуңғы көндәрҙә генә республика биләмәһендә дөйөм майҙаны 455 гектарҙа 39 термонөктә теркәлгән», — тип хәбәр иттеләр республиканың Ауыл хужалығы министрлығында.
Белгестәр урманда ут сығыу ихтималлығы ҙур булған муниципалитеттарҙы атаны: Әбйәлил, Әлшәй, Архангел, Белорет, Бөрө, Бүздәк, Баҡалы, Ғафури, Дүртөйлө, Йәрмәкәй, Йылайыр, Краснокама, Күгәрсен, Миәкә, Мәләүез, Туймазы, Өфө һәм Учалы райондары.
Урманда янғын сыҡһа, Башҡортостанда йәшәүселәрҙең тәүлек әйләнәһенә эшләгән 8 (347) 218-14-14 телефонына һәм урман һағының тура бәйләнеш телефонына 8-800-100-94-00 шылтыратыуҙарын һорайҙар.
Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас: