13:32 (UTC+5), 16 Апреля 2021

Башҡортостанда «Медиайыйын» милли киң мәғлүмәт саралары форумы башланды

автор
Розалиә Вәлиева
Йома, 16 апрелдә, республиканың милли киң мәғлүмәт саралары мөхәррирҙәре һәм хәбәрселәре «Медиайыйын»да күптән өлгөрөп еткән мәсьәләләр тураһында фекер алышыу өсөн Башҡортостандың Ғафури районына йыйылды.
Ҡатнашыусыларҙы Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Максим Ульчев һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова сәләмләне.
Форумдың беренсе көнөндә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты етәкселеге милли киң мәғлүмәт сараларының баш мөхәррирҙәре менән осраша. Маҡсат - Тарих йылын яҡтыртыуҙы, «Төньяҡ амурҙары»ның ҡаһарманлығын популярлаштырыуҙы һәм башҡорт атлыларының һуғыштарҙа ҡатнашыуы тураһында мәғлүмәт таратыуҙы тикшереү.
Ошо уҡ көндә соцмедиаға, интернетҡа, дизайнға, рекламаға арналған оҫталыҡ дәрестәре була. Киң мәғлүмәт саралары етәкселәре һанлы журналистика өсөн кадрҙар әҙерләү мәсьәләләрен, төбәк телевидениеһы проблемаларын һәм перспективаларын ҡарарға йыйына.
17 апрелдә «Милли баҫма киң мәғлүмәт саралары – төп саҡырыуҙар һәм мөмкинлектәр» тигән темаға фекер алышыу, «Һанлы мөхит һәм милли журналистика» оҫталыҡ дәрестәре ойошторола.
Блогер һәм психолог, «Комсомольская правда в Уфе» гәзитенең элекке мөхәррире Елена Садиҡова медиабаҙарҙың үҙгәреүе шарттарында нисек стресҡа ҡаршы тороусанлыҡты арттырыу тураһында һөйләй, шулай уҡ команда төҙөү уйындары була.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика