06:51 (UTC+5), 14 Апрель 2021

Башҡортостанда ташҡынға яҡынса күҙаллау баҫылып сыҡты

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығында алдағы көндәрҙә ташҡындың иң юғары нөктәһен көтәләр. Ҡотҡарыусылар әйтеүенсә, тау йылғалары асылған саҡта боҙ тығылыуы һәм һыуҙың ҡапыл күтәрелеүе ихтимал. Атап әйткәндә, Дыуан районында - Әй йылғаһының урта ағымында, Белорет, Архангел райондарында - Инйәр йылғаһында, Бөрйән, Бөрө райондарында - Ағиҙел йылғаһында, Иглин районында Эҫем йылғаһында проблемалы участкаларҙың барлыҡҡа килеүе мөмкин.
Ведомство мәғлүмәттәре буйынса, 15 апрелдә төндә һауа температураһының түбәнәйеүе көтөлә.
«Был һыу кимәленең кинәт күтәрелеүенә юл ҡуймаҫҡа тейеш», — тип белдерҙеләр республика Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.
Республика хөкүмәтендә көн һайын яҙғы ташҡын буйынса кәңәшмәләр үткәреү планлаштырыла.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика