09:30 (UTC+5), 12 Апреля 2021

Республика властары 2021 йылда һабантуйҙарҙы уҙғарыу тураһында һөйләне

Олег Яровиков
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Башҡортостан Хөкүмәтендә белдереүҙәренсә, быйыл һабантуйҙар уҙғарыу мәсьәләһе әлегә асыҡ ҡала.
Былтыр яңы коронавирус инфекцияһының таралыуына бәйле һабантуйҙар үткәрмәнек, тине республика етәксеһе Радий Хәбиров бөгөн оператив кәңәшмәлә. Быйыл иһә барыһы ла эпидемиологик хәлдең нисек булыуына ҡарай.
«Әгәр бөтәһе лә һәйбәт булһа, һабантуй ойошторорбоҙ. Уларға әҙерләнергә кәрәк. Минең хакимиәтем һабантуй үткәргәндә нимәгә иғтибар итергә тейешлегебеҙҙе аныҡ күҙ алдына килтерә. Хатта айыҡ һабантуй уҙғарыу кеүек ябай ғына акцент тәнҡитләүгә дусар булды. Ләкин һуңынан күптәр бының өсөн «рәхмәт» әйтте. Уны нисек ойоштороу хаҡында уйларға кәрәк», — тип билдәләне Радий Хәбиров.
Республика етәксеһе сараларҙы хәүефһеҙ үткәреү буйынса тәҡдимдәр әҙерләргә һәм COVID-19-ға бәйле хәлде күҙәтеп барырға ҡушты.
Һабантуй — яҙғы баҫыу эштәре тамамланғандан һуң үткәрелә торған халыҡ байрамы.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика