08:08 (UTC+5), 12 Апреля 2021

Максим Забелин коронавирустың яңы тулҡыны тураһында: «Беҙ сирҙең таралыуына әҙер булырға тейешбеҙ»

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин бөгөн республика хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә Рәсәйҙә коронавирус инфекцияһының өсөнсө тулҡыны янауы тураһында әйтте. Уның фекеренсә, бының булыуы ихтимал.
«Беҙ сирлеләрҙең күбәйеүенә һәм вакцинация күләмен арттырырға тейешбеҙ, — тип белдерҙе министр. — Тиҙҙән, эксперттар һығымтаһы буйынса, Рәсәй граждандарының ауырыуҙың көсәйеүе күҙәтелгән илдәргә сығыуын сикләү тураһында ҡарарҙар ҡабул ителер, моғайын. Тәү сиратта, Төркиәгә һәм Европа илдәренә».
12 апрелгә 177 мең кеше «Гам-КОВИД-Вак» вакцинаһының - беренсе, 108 меңдән ашыуы ике компонентын да эшләткән. Прививка яһатҡандарҙың 40 проценттан күберәге – 60 йәштән өлкәндәр, тип белдерҙе министр.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығына Роспотребнадзорҙағы коллегалары менән берлектә коронавирус инфекцияһының таралыуына юл ҡуймау өсөн өҫтәмә саралар тураһында тәҡдимдәр әҙерләргә ҡушты. Ул республикала битлек режимының ғәмәлдә булыуын һәм 65 йәштән өлкәндәр өсөн изоляция режимының һаҡланыуын иҫкә төшөрҙө.
Коронавирус инфекцияһына ҡаршы көрәш буйынса оперштаб хәбәр итеүенсә, һуңғы тәүлектә Башҡортостанда COVID-19 йоҡтороуҙың 102 осрағы асыҡланған. Диагнозы раҫланған ауырыуҙарҙың дөйөм һаны – 33 601. Стационарҙа 194 пациент дауалана, етәүһенең хәле ауыр.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика