08:51 (UTC+5), 05 Апреля 2021

«Йәшел Башҡортостан» акцияһы 24 апрелгә билдәләнгән

IMPORT Сервисный
«Йәшел Башҡортостан» ағас ултыртыу акцияһының беренсе этабы 24 апрелдә - «Хәтер баҡсаһы» халыҡ-ара проекты сиктәрендә ойошторола. Башҡортостан Республикаһының торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры урынбаҫары Ирина Голованова хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә ошо турала белдерҙе. Был маҡсатта республиканың ҡала һәм райондарында 670 биләмә билдәләнгән. Бөгөнгә 35 меңгә яҡын кеше экологик саралар ҡатнашырға теләк белдергән.
Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы вәкиленең докладын республиканың урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов тулыландырҙы. Уның һүҙҙәренсә, «Йәшел Башҡортостан» һәм «Хәтер баҡсаһы» акциялары барышында республикала 250 гектарҙан ашыу майҙанда ағас ултыртыла. Тулыраҡ мәғлүмәт – садпамяти2021.рф сайтында.
Быйыл акцияның төп майҙансығы итеп Шишмә районы Әмин ауылы янындағы биләмә һайланған. Унда 10 меңгә тиклем ылыҫлы ағас үҫентеһе ултыртыу күҙаллана.
Урман хужалығы министрлығы республиканың дәүләт урман фондын тергеҙеү йәһәтенән 1 миллионға тиклем ағас, ҡыуаҡ әҙерләгән.
«Хәтер баҡсаһы» акцияһы Рәсәй Президенты ҡушыуы буйынса уҙғарыла. Уны ойоштороусылар – «Еңеү ирекмәндәре» хәрәкәте һәм Еңеү полководецтарының Хәтер фонды. Республика етәксеһе Радий Хәбиров та оператив кәңәшмәлә ошо хаҡта әйтте.
«Тарихи хәтергә һәм экологияға бәйле бөтә нәмә – президенттың иғтибар үҙәгендә. Бының өсөн беҙгә йәмәғәтселек башланғысын күберәк файҙаланырға кәрәк. Тәбиғәт тураһында хәстәрлек күргән Матвей Анискин кеүек балаларҙың үҫеп килеүе бик шәп», — тип иҫенә төшөрҙө ул Иглин районынан йәш экоблогерҙы һәм муниципалитет башлыҡтарына ошондай әүҙемселәргә иғтибар итергә ҡушты.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика