05:55 (UTC+5), 02 Апреля 2021

Республикала пандемияла ВИЧ йоҡтороу осраҡтары дүрттән бер өлөшкә кәмегән

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
2020 йылда Башҡортостанда ВИЧ йоҡтороу осраҡтары кәмегән. Республиканың СПИД-үҙәге мәғлүмәттәре буйынса, уҙған йылда 1977 яңы осраҡ асыҡланған (2019 йылда – 2705, 2018-ҙә – 2782). Ләкин ВИЧ менән ауырыған йөклө ҡатын-ҡыҙҙар һаны кәмемәй.
2020 йылдың аҙағына республикала «имуннодефицит вирусы» диагнозы менән 20919 кеше йәшәгән. «Барлыҡ муниципалитеттарҙа ла ВИЧ-инфекция осраҡтары теркәлгән. Айырыуса Күмертауҙа, Салауатта, Стәрлетамаҡта, Өфөлә, Нефтекамала, Мәләүез, Благовещен, Ишембай, Белорет, Бөрө, Иглин, Көйөргәҙе, Ҡалтасы, Бәләбәй, Өфө райондарында сирлеләр күп», — тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан.
Былтыр 92 052 йөклө ҡатын-ҡыҙ ВИЧ-ҡа анализ биргән. Уларҙың 94-ендә тәүге тапҡыр ВИЧ инфекцияһы асыҡланған. Бөтәһе 430 ауырлы ҡатын-ҡыҙ иҫәптә торған, 355-е уҙған йылда уҡ 358 бала тапҡан (ике игеҙәк). 2019 йылда 450 ВИЧ-инфекциялы йөклө ҡатын-ҡыҙ иҫәптә торған, 353-ө 356 балаға ғүмер биргән.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика