05:31 (UTC+5), 02 Апреля 2021

Башҡортостанда «Еңеү урманы» проекты сиктәрендә миллиондан ашыу ағас ултыртыла

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Башҡортостанда «Еңеү урманы» проектының төп бурыстары билдәләнде. Быйыл акция Бөйөк Ватан һуғышы башланыуҙың 80 йыллығына арнала. Башҡортостан Республикаһының Урман хужалығы министрлығы 65 участка әҙерләй, 251 гектарҙа бер миллиондан ашыу үҫенте ултыртыу планлаштарыла. Был аллеялар һуғыш осоронда республикала ойошторолған хәрби частарға бағышлана.
2020 йылда проект Еңеүҙең 75 йыллығына арналғайны. Акцияла ҡатнашыусылар 19 һәм 26 сентябрҙә күпләп ағас ултыртты, аллеялар яһаны, һуғыш геройҙарының хәтерен мәңгеләштереү өсөн уларға Ватанды һаҡлаусыларҙың исемдәре бирелде. Акцияла 55818 кеше ҡатнашты, тораҡ пункттарҙа – 255453 ағас, урманда 610000 йәш үҫенте, Бөйөк Ватан һуғышы геройҙары хөрмәтенә 1886 исемле ағас ултыртылды, аллеялар, скверҙар булдырылды.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Еңеү урманы» проекты 2019 йылдың яҙында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың тәҡдиме менән ғәмәлгә ашырыла башланы.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика