09:03 (UTC+5), 01 Апрель 2021

Республикала әсә 5 айлыҡ ҡыҙын бөтөнләй ҡарамаған

Ксения Калинина
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Салауат районында спиртлы эсемлектәр менән мауыҡҡан ҡатындың балаһын тартып алғандар. «Салауат ерендә» гәзите хәбәр итеүенсә, биш айлыҡ сабыйҙы Малаяҙ үҙәк район дауаханаһының балалар бүлексәһенә килтергәндәр.
Әсә ҡыҙын яҡшылап ҡарамаған, йүнләп ашатмаған. Мәсетле ауылында көн күргән ҡатын сабыйынан баш тартҡан. Медицина хеҙмәткәрҙәре әйтеүенсә, ҡыҙсыҡ бик теремек, көләс.
Дауахананың баш табибы Надежда Дмитренко һүҙҙәренсә, кескәй пациентты дауалағас, опека хеҙмәтендә эшләүселәр уны Өфөләге Сабыйҙар йортона бирергә йыйына.
Хәҙер ҡыҙыҡайға памперс, балалар аҙығы кәрәк. Барлыҡ һорауҙар менән «Ғаилә» хеҙмәтенә мөрәжәғәт итергә мөмкин: Малаяҙ ауылы, Пенсия фондының беренсе ҡаты (8-се, 9-сы бүлмәләр). Телефон 2-06-12.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика