05:31 (UTC+5), 01 Апрель 2021

Республикала ауыр тормош хәлендә ҡалған балалар өсөн ышаныс телефоны эшләй

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Башҡортостанда ауыр тормош хәлендә ҡалған балалар өсөн 2010 йылдан 8-800-2000-122 ышаныс телефоны эшләй. Был проект балалар психологик ярҙам алһын өсөн ғәмәлгә ашырыла. Хәҙер телефонға илдең төрлө төбәктәрендә 230-ҙән ашыу ойошма тоташтырылған. Балалар ышаныс телефоны хеҙмәте бушлай, тәүлек әйләнәһенә һәм ялһыҙ эшләй.
Номерға балалар проблемаһы менән өлкәндәргә лә шылтыратырға мөмкин. Йыл һайын хеҙмәт 20 меңдән ашыу мөрәжәғәт ҡабул итә, шуларҙың 70-80 % — балалар һәм үҫмерҙәр. Төрлө йәштәге балаларҙы борсоған төп проблема ғаиләләге үҙ-ара мөнәсәбәттәргә, тиҫтерҙәре, уҡытыусылар менән мөнәсәбәттәрҙә килеп тыуған ауырлыҡтарға, уҡыу программаларының ныҡ ауыр булыуына, уҡытыусыларҙың артыҡ талаптар ҡуйыуына, шулай уҡ ҡаршы енес вәкилдәре менән мөнәсәбәттәрҙәге проблемаларға бәйле.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика