06:25 (UTC+5), 01 Апреля 2021

3-7 йәшлек балаларға арттырылған түләү тәғәйенләүгә ғаризалар ҡабул ителә башланы

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
1 апрелдән 3-7 йәшлек балаларға арттырылған түләү тәғәйенләүгә документтар ҡабул ителә башланы. Ғаризаны «Дәүләт хеҙмәттәре» порталы аша, Күп функциялы үҙәк бүлексәләрендә һәм халыҡҡа социаль ярҙам учреждениеларында (алдан яҙылып) тапшырырға мөмкин.
Башҡортостан Республикаһы Хеҙмәт министрлығының матбуғат хеҙмәте белдереүенсә, Күп функциялы үҙәк офистарында граждандарға компьютерҙа «Дәүләт хеҙмәттәре» порталы аша ғариза биреү мөмкинлеге буйынса ярҙам күрһәтелә.
«Ғаризаның формаһы күләмле, мәғлүмәтте артабан эшкәртеү өсөн бөтә юлдарҙы ла тултырырға кәрәк, — тип иҫкәрттеләр ведомствола. — Кемдәр быны үҙ аллы эшләй, Берҙәм дәүләт хеҙмәттәре порталында ғариза тултырыу күрһәтмәһен ҡулланырға тәҡдим итәбеҙ».
Шулай уҡ интерактив консультант ярҙамында ғаиләнең 3-7 йәшлек балаларға айлыҡ түләү алыуға хоҡуғын билдәләргә мөмкин.
Башҡортостанда 80 меңдән ашыу ғаилә арттырылған түләүҙәргә дәғүә итә. Ошо маҡсатҡа бөтәһе 13 миллиард һумға яҡын аҡса талап ителә.
Алдан хәбәр ителгәнсә, 1 апрелдән 3-7 йәшлек балаларға айлыҡ пособие түләү шарттары үҙгәрә. Был хаҡта тулыраҡ мәғлүмәт бында.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика