10:37 (UTC+5), 31 Март 2021

1 апрелдән 3-7 йәшлек балаһы булған ғаиләләр арттырылған пособиеға дәғүә итергә мөмкин

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
1 апрелдән 3-7 йәшлек балаһы булған ғаиләләр арттырылған пособиеға дәғүә итергә мөмкин. Март башында Владимир Путин ошондай указға ҡул ҡуйҙы. Башҡортостанда 80 меңдән ашыу ғаилә арттырылған түләү алырға хоҡуҡлы, тип һөйләне республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры урынбаҫары Ольга Кабанова «Башинформ» мәғлүмәт агентлығында уҙған брифингта.
Ошо маҡсатҡа бөтәһе яҡынса 13 миллиард һум аҡса талап ителә. Шуның 88% — федераль ҡаҙнанан, 12% республиканан бүленә.
Ольга Кабанова һүҙҙәренсә, әгәр элек рәсми килеме йәшәү минимумынан түбәнерәк булған бөтә ғаиләләр ҙә ярлы тип иҫәпләнһә, хәҙер иһә ғаиләнең мөлкәте: фатирҙары, йорттары, ер участкалары, транспорты ла иҫәпкә алына. Әйтәйек, ғаиләнең килеме йәшәү минимумынан түбән, ләкин бер нисә фатиры йәки йорто бар икән, метраж иҫәпкә алына: фатирҙа бер кешегә – 24, йортта 40 квадраттан артмаҫҡа тейеш. Был социаль ярҙам сифатында алынған мөлкәткә ҡағылмай. Әгәр фатир йәки өй берәү генә булһа, уларҙың метражына иғтибар итмәйҙәр.
Ер участкалары ла иҫәпкә алына: ҡалала йәшәүселәр өсөн – 25 сутыйҙан, ауыл ерендәгеләр өсөн бер гектарҙан күп булмаҫҡа тейеш, ошо осраҡта ғына ғаиләләр пособие алырға хоҡуҡлы (ерҙе социаль ярҙам сиктәрендә алғандарға ҡағылмай).
Шулай уҡ милектә бер йәшәү өсөн тәғәйенләнмәгән йорт, бер дача һәм бер гараж булырға мөмкин (йәки күп балалылар һәм инвалид бала тәрбиәләгән ата-әсәләр өсөн ике).
Быйыл пособие тәғәйенләгәндә ғаиләнең өлкән ағзаларының барыһының да ниндәйҙер аҡ килеме – эш хаҡы, эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлегенән килем, стипендия йәки пенсия булыуы мотлаҡ.
Законға ярашлы, ғаризаны ҡарауға 30 көн бирелә.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, ғаризаны ағымдағы йылды декабренә тиклем яҙырға мөмкин.
Барлыҡ һорауҙар менән социаль ярҙам үҙәгенең 8 (347) 200-80-80 телефонына шылтыратырға.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика