Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
93.25
-0.19
99.36
-0.21
87.18
+0.18
26+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
30 Март 2021, 15:05

Һаулыҡ һаҡлау министрлығы: тәүлек эсендә Башҡортостанда ике пациент коронавирустан үлгән

Башҡортостанда, 30 мартҡа мәғлүмәттәр буйынса, бер тәүлектә коронавирус инфекцияһын йоҡтороуҙың 108 осрағы асыҡланған. Лабораторияла раҫланған осраҡтар тураһында республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр иттеләр.
Сирлеләрҙең дөйөм һаны — 32 252 кеше. Пандемия башланғандан алып 358 кеше коронавирустан вафат булған. Уҙған тәүлектә икәү үлгән. Тәүлек эсендә 142 кеше һауыҡҡан. Эпидемия осоронда һауыҡҡандарҙың һаны 27 280-гә еткән.
Дауаханала – 242 пациент, бишәүһенең хәле ауыр, 4 372 кеше өй шарттарында дауалана.
Алдан хәбәр ителгәнсә, республикала яңы коронавирус инфекцияһы менән ауырығандар өсөн койкалар кәмей. Бөгөнгә 1 968 койка бар, 84% тулған.
Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас: