05:35 (UTC+5), 29 Марта 2021

Республикала апрелдең тәүге декадаһында йылы төндәр булмай

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Башҡортостанда апрелдең тәүге декадаһында көндөҙ ныҡ йылытыуы көтөлә, ләкин төндә ҡырау төшөүе мөмкин. Федераль метеосайттар мәғлүмәттәре буйынса, 1-10 апрелдә республиканың үҙәк райондарында көндөҙгө сәғәттәрҙә һауа +4, +10 градусҡаса йылына, ә төндә 0, -6 градус була. Ҡайһы бер көндәрҙә тәүлегенә 3-6 миллиметрға тиклем ямғыр һәм епшек ҡар яуыуы, шулай уҡ елдең тиҙлеге секундына 15 метрға етеүе ихтимал.
Төндә ҡырау төшөүе ҡарҙың иреүенә һәм йылғаларҙа боҙ китә башлау ваҡытына һиҙелерлек йоғонто яһай. Башгидромет хәбәр итеүенсә, Башҡортостандың төп йылғалары апрелдең беренсе яртыһында боҙҙан әрселә. Айҙың икенсе яртыһында һыуҙың кимәле арта башлай, республикабыҙҙа яҙғы ташҡындың иң юғары нөктәһе башлыса майҙың тәүге ун көнлөгөнә тура килә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика