05:54 (UTC+5), 26 Марта 2021

Данияр Абдрахманов - Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы ректоры

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың бойороғо менән Данияр Абдрахманов Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы ректоры итеп тәғәйенләнде.
Белешмә:
Данияр Абдрахманов 1980 йылдың 25 ноябрендә Өфөлә тыуған. Башҡорт дәүләт университетын, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетын тамамлаған. Рәсәй дәүләт социаль университетында, Татарстан Фәндәр академияһында һөнәри әҙерлек үткән. Философия фәндәре кандидаты, доцент.
Хеҙмәт юлын 2001 йылда «Өфөводоканал» муниципаль унитар предприятиеһының хәүефһеҙлек хеҙмәтендә башлай.
2004-2007 йылдарҙа – Башҡорт дәүләт университетында ассистент, өлкән уҡытыусы.
2007-2016 йылдарҙа – Рәсәй дәүләт социаль университетының Өфөләге филиалында доцент.
2005-2016 йылдарҙа - Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының Милли һәм тел мөнәсәбәттәрен өйрәнеү институтында (Башҡортостан Республикаһының Гуманитар тикшеренеүҙәр институты) ғалим-секретарь, директор урынбаҫары, директор вазифаһын башҡарыусы.
2016- 2019 йылдарҙа – М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының рухи хәүефһеҙлек һәм дини белемде үҫтереү ғилми-тикшеренеү институты директоры.
2019-2021 йылдарҙа – Болғар ислам академияһы ректоры (Татарстан Республикаһының Болғар ҡалаһы).
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика