15:28 (UTC+5), 25 Март 2021

Олег Байдин Өфөнөң баш архитекторы вазифаһын ҡалдыра

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Өфө ҡалаһының баш архитекторы Олег Байдин вазифаһын ҡалдырҙы. «Башинформ» агентлығына баш ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Байдин отпускыға, унан һуң эштән китеүгә ғариза яҙған.
«Бөгөндән ул отпускыға сыҡты. Вазифаны башҡарыу бурысы Архитектура һәм ҡала төҙөлөшөнң баш идаралығы етәксеһе урынбаҫары Илдар Хәбибуллинға йөкмәтелгән», — тип белдерҙеләр мэрияла.
Ике аҙна элек тиҙҙән Өфөлә баш архитектор вазифаһы бушай тигән хәбәр таралғайны. «Подслушано в Башкирии» телеграм-каналы хәбәр итеүенсә, Өфөнөң баш архитекторы урынына Башҡортостан Республикаһы Башлығының йәмәғәт киңлеген үҫтереү мәсьәләләре буйынса кәңәшсеһе Ольга Сарапулова тәғәйенләнә. Башҡортостан Республикаһының Ҡалаларҙы үҫтереү институты өсөн яуаплы. Институт федераль гранттар аҡсаһына Башҡортостан ҡалаларында йәмәғәт биләмәләрен төҙөкләндереү проекттарын ғәмәлгә ашыра. Бынан алда институттың матбуғат хеҙмәтендә Ольга Сарапулованың тәғәйенләнеүе тураһында мәғлүмәтте раҫлай ҙа, кире ҡаға ла алманылар.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика