05:40 (UTC+5), 25 Марта 2021

«Атай ҡаһарманлығы» йәмәғәт наградаһына ғаризалар 15 апрелгә тиклем ҡабул ителә

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Башҡортостанда «Атай ҡаһарманлығы» республика конкурсына ғаризалар 15 апрелгә тиклем ҡабул ителә. Проектты ойоштороусы – Башҡортостан Республикаһының Йәмәғәт палатаһы.
«Атай ҡаһарманлығы» наградаһы бала тәрбиәләгән, сәләмәт тормош алып барған, ғаилә ҡиммәттәрен һәм традицияларын һаҡлау һәм тергеҙеү, йәмғиәттә әхлаҡи мөхитте яҡшыртыу өсөн шарттар булдырған, райондың, республиканың ижтимағи тормошонда әүҙем ҡатнашҡан атайҙарҙы дәртләндереү һәм уларҙың хеҙмәтен таныу өсөн булдырылған.
Конкурста Башҡортостанда 5 йылдан да кәм йәшәмәгән Рәсәй граждандары ҡатнаша ала.
Ҡатнашыусыларға 15 апрелгә тиклем награда материалдары пакетын «Атай ҡаһарманлығы» билдәһе менән oprb2011@mail.ru электрон адресына ебәрергә кәрәк. Тулыраҡ мәғлүмәтте 8(347) 280-82-36 телефоны буйынса алырға мөмкин.
Советтың «Атай ҡаһарманлығы» йәмәғәт наградаһы менән бүләкләү тураһында ҡарары рәсми сайтҡа урынлаштырыла.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика