Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.26
-0.33
99.71
-0.56
86.97
-0.03
-3 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Март 2021, 10:16

Өфөлә «Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы» конкурсының абсолют еңеүсеһе иғлан ителде

Динар Кәлимуллин
Динар Кәлимуллин
Өфөлә «Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы» конкурсының абсолют еңеүсеһе иғлан ителде. 31-се «Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы» республика конкурсын һәм 26-сы «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы» төбәк-ара конкурсын ябыу тантанаһы 23 мартта «Торатау» конгресс-холында уҙҙы.
Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы рәйесе урынбаҫары Эльвира Айытҡолова, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышының мәғариф, мәҙәниәт, йәштәр сәйәсәте һәм спорт буйынса рәйесе Раил Әсәҙуллин, Башҡортостан Республикаһының мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин, Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды директоры Гөлназ Йосопова һәм башҡалар сараның абруйлы ҡунаҡтары булды.
«Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы» республика конкурсының абсолют еңеүсеһе исемен Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге Республика гимназия-интернатының рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Лилиә Муллағәлиева яуланы. Еңеүсе Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығының дипломы һәм Почет грамотаһы, 30 мең һум күләмендәге аҡсалата премия, шулай уҡ телевизор менән бүләкләнде.
«Татар теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы» конкурсында Өфө районы Михайловка ауылы мәктәбенең татар теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Динара Харисова иң яҡшыһы тип танылды.
«Йәш йыл уҡытыусыһы» конкурсында Өфө ҡалаһының 3-сө гимназияһында физика фәнен уҡытҡан Петр Белобородов еңде.
Башланғыс класс уҡытыусылары араһында Благовещен ҡалаһының 3-сө мәктәбенән Зинера Ибәтуллина «Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы» исемен алды.
«Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы» төбәк-ара конкурсында абсолют еңеүсе исемен Өфө районы Дорогин ауылы мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Таңсулпан Сәфетдинова яуланы.
Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас: