05:48 (UTC+5), 22 Марта 2021

Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы махсус операцияның башланыуы тураһында хәбәр итте

Ксения Калинина
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Башҡортостанда «Бурыслы» операцияһы бара. Был турала Башҡортостан Республикаһы Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр иттеләр. Юл-патруль хеҙмәте инспекторҙары, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоусыны туҡтатып, уны мәғлүмәттәр базаһы буйынса тикшерә. Бынан алда һалынған штрафты түләмәү осрағы асыҡланһа, административ материал төҙөлә. Судта ғәйеплене 15 тәүлеккә тиклем административ ҡулға алырға хоҡуҡлылар.
«Йыл башынан Дәүләт автоинспекцияһы ошо статья буйынса 2,5 меңгә яҡын кешене яуаплылыҡҡа тарттырған. Шуға бәйле һәр автоһәүәҫкәр үҙенең водитель тарихын тикшерергә тейеш. Етешһеҙлектәр булһа, һалынған штрафты түләргә кәрәк», — тип белдерҙеләр ведомствола.
Махсус операция бөгөн, 22 марта, башланды һәм ай аҙағына тиклем бара.
Штраф ҡарар законлы көсөнә ингәндән алып 60 көн эсендә түләнергә тейеш. Юғиһә ул икеләтә арта. Ҡануниәт ошондай водителдәрҙе 15 тәүлеккә ҡулға алыу мөмкинлеген дә күҙ уңында тота. Ә штрафты ҡарар сығарылғандан алып 20 көн эсендә түләгән осраҡта, сумманың 50 процентын ғына түләү мөмкинлеге бар.
Түләнмәгән штрафтар хаҡында мәғлүмәтте ЮХХДИ сайтында йәки дәүләт хеҙмәттәре сайтында алырға мөмкин.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика