Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
91.67
+0.24
102.04
+0.53
74.18
+0.52
17+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Март 2021, 11:56

Республикала тәүге ирекмән коронавирустан вафат булған

Пандемия башланғандан алып тәүге тапҡыр Башҡортостанда ирекмән яңы коронавирус инфекцияһы ҡорбаны булған. 35 йәшлек Радик Әсфәндиәров үлгән, тип хәбәр итте республика етәксеһе хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә.
«Ҡайғы уртаҡлашабыҙ. Ярҙам итегеҙ, ата-әсәһенә һәм ғаиләһенә лә иғтибар күрһәтергә кәрәк», — тине Радий Хәбиров.
Республика етәксеһе һүҙҙәренсә, халыҡ яңы коронавирус инфекцияһына ҡаршы көрәш сараларынан арыған, ләкин вирус бер ҡайҙа ла китмәгән. Радий Хәбиров йәнә социаль учреждениеларҙа, дауаханаларҙа һәм транспортта тикшереү ойошторорға ҡушты.
Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас: