11:20 (UTC+5), 18 Марта 2021

Өфөлә юристы үлтереүҙә ғәйепләнгән ирҙең хәле тураһында билдәле булды

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Өфөлә юристы үлтергән һәм һуңынан үҙен яралаған ирҙең хәле тураһында билдәле булды. «Башинформ» агентлығына Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһында пациентҡа операция яһағандар.
«Хәле тотороҡло ауыр тип баһалана. Ул үҙ аңында, реанимацияла ята. Бөгөн уны палатаға күсереү тураһында мәсьәлә хәл ителергә тейеш», — тип белдерҙеләр министрлыҡта.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 17 мартта көндөҙ Өфөнөң Пушкин урамында бер ир кешеләрҙең күҙ алдында юрисҡа һунар бысағы менән сәнскән. Енәйәтсе ҡасҡан һәм Зәки Вәлиди урамында үҙенә ҡул һалырға маташҡан. Ул ҡанға батып ятҡан, эргәһендә ҡоралы ла булған. Иҫән ҡалған ирҙе дауаханаға оҙатҡандар.
Өфөнөң Киров районы буйынса тәфтиш бүлеге 49 йәшлек иргә ҡарата «үлтереү» статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатты.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика