07:05 (UTC+5), 17 Марта 2021

Өфө хакимиәтенең элекке матбуғат секретары вазифаһын ҡалдырыуына аңлатма бирҙе

Марсель Байдәүләтов, Vk
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Өфө мэрияһы мәғлүмәт-аналитика идаралығының элекке етәксеһе Марсель Байләүләтов вазифаһын ҡалдырҙы. Был хаҡта социаль селтәрҙә баш ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Алина Сөләймәнова хәбәр итте. Марсель Байдәүләтов «Башинформ» агентлығына үҙенең китеүенә аңлатма бирҙе.
«Февралдә үҙ теләгем менән эштән китеү тураһында ғариза яҙҙым. Кисә Өфө ҡалаһы хакимиәтендә һуңғы көн эшләнем. Яңы эшем хакимиәт структураһында түгел, ләкин Өфөлә, әлегә вариант бар. Ошо вариантты һайларбыҙ, шул иҫәптән киң мәғлүмәт саралары менән эшләрбеҙ тип уйлайым. Дүшәмбе эшкә урынлашырға барам. Әлегә аҙыраҡ ял итеп алам», — тине элекке чиновник.
«Башинформ»ға сығанаҡтан билдәле булыуынса, Өфө мэрияһының элекке матбуғат секретарының яңы эш урыны юл тармағы менән бәйле.
Мәғлүмәт-аналитика идаралығы етәксеһе вазифаһын башҡарыусы итеп начальник урынбаҫары Лариса Сәлихова тәғәйенләнде.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика