10:44 (UTC+5), 17 Март 2021

Башҡортостанда 405 үҫмер «Бирешмә!» балалар премияһына дәғүә итә

Ләйлә Аралбаева
Быйыл Башҡортостанда 405 үҫмер «Бирешмә!» балалар премияһына дәғүә итә. 21 мартта киске сәғәт 7-лә Башҡортостан юлдаш телеканалында лауреаттарҙы бүләкләү тантанаһы була. Башҡортостан юлдаш телевидениеһы тамашасыларының бүләк уйнатыуҙа ҡатнашыу, «Бирешмә!» төркөмөнөң һәм популяр йәш йырсыларҙың йырҙарын тыңлау мөмкинлеге бар.
Республикала билдәле йәштәрҙән торған жюри ете номинация буйынса еңеүселәрҙе һайлап алды.
«Күп балаларҙың яҙмышы еңелдән түгел. Ләкин улар бирешмәй, ауырлыҡтарҙы еңеп, алға, маҡсатына, хыялына табан атлай. Ошо премия өсөн «Тамыр» телеканалына ҙур рәхмәт», — ти жюри ағзаһы, блогер, йәш эшҡыуар Динар Шаһиев.
«Быйыл беҙ 405 ғариза алдыҡ! Үҫмерҙәрҙең әүҙемлегенә ҡыуанып бөтә алмайбыҙ. Тимәк, күпме изге эштәр башҡарылған, күпме бала тормошта үҙ юлын табып, маҡсатына табан бара. Ә иң мөһиме – балалар үҙ ҡылығын баһалай, күптәргә хас булған оялсанлығын еңеп, үҙен күрһәтә ала, — тине «Тамыр» телеканалы директоры Гөлназ Ҡолһарина. — Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт һәм фән министрлығына, Башҡортостан юлдаш телеканалына, «Юлдаш» радиоһына мәғлүмәти яҡтан ярҙам өсөн рәхмәт белдерәбеҙ».
«Тамыр» балалар телеканалының үҫмерҙәр өсөн «Бирешмә!» беренсе башҡорт сериалы киҫкен социаль әһәмиәткә эйә булды, үҫмерлек осрондағы ҡыйынлыҡтарға, һаулыҡ мөмкинлектәре сикле балалар проблемаһына, йәштәрҙең үҙ-үҙен эҙләүе мәсьәләләренә йәмәғәтселектең иғтибарын йәлеп итте. Уҙған йылда сериалдың икенсе миҙгеле төшөрөлдө. Был Рәсәйҙең төбәк телевидениеһы өсөн мөһим ваҡиға булып тора.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика