11:01 (UTC+5), 15 Март 2021

Башҡортостанда өс баланы янғындан ҡотҡарған фельдшер орден менән бүләкләнә

Илдус Хәмитов
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Ҡырмыҫҡалы районы Константиновка ауылы фельдшеры Анастасия Шапошникова кешеләрҙе ҡотҡарғанда күрһәткән ҡыйыулығы өсөн наградаға тәҡдим ителә. Ете, биш һәм өс йәшлек балаларҙы яна башлаған йорттан алып сыҡҡан ҡатынға Салауат Юлаев ордены тапшырырҙар, моғайын.
«Башинформ» агентлығына билдәле булыуынса, ауыл медицина хеҙмәткәрен бүләкләү тураһында бойороҡ әҙерләнә.
Агентлыҡ хәбәр иткәнсә, 9 мартта фельдшер балаға патронажға китеп барғанда Комаров урамындағы ағас өйҙә янғын приборының тауышын ишетеп ҡалған, шунан ул тиҙ генә тәҙрә аша өйгә ингән дә балаларҙы кейендереп, урамға алып сыҡҡан. Малайҙарҙың әсәһе был ваҡытта күршелә йәшәгән әсәһенә ингән булған. Анастасия Шапошникова ҡул аҫтындағы әйберҙәр менән янғынды ла һүндергән.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика