Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
82.02
-0.57
93.25
-0.08
67.96
+2.11
8+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Февраль 2021, 14:09

Бер аҙнала Башҡортостанда 27 меңдән ашыу кеше ОРВИ йоҡторған

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Башҡортостанда киҫкен респиратор вирус инфекциялары менән сирләүселәр арта бара. Уҙған аҙнала 8 февралдән 14-енә тиклем 27 052 кеше киҫкен респиратор вирус инфекцияһы менән ауырып киткән. Унан алдағы аҙна менән сағыштырғанда үҫеш – 10,5%, тип хәбәр итте Роспотребнадзор. Өфөлә 8 328 кеше сир йоҡторған.
Әлеге ваҡытта республикала киҫкен респиратор вирус инфекцияһы менән ауырыу күрһәткесе эпидемиологик сиктән 18,9% юғары. Башлыса өлкәндәр ауырый. Сирлеләрҙең яҡынса 55% балалар тәшкил итә.
Лаборатория тикшереүҙәре мәғлүмәттәре буйынса, грипп вирусын йөрөтөү асыҡланған. Шулай уҡ парагрипп, аденовирустар, риновирустар һәм метапновирустар билдәләнә.
Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас: