10:19 (UTC+5), 16 Февраля 2021

«Өфө» аэропорты Рәсәйҙең популяр курорттарына тура рейстарҙы арттыра

Олег Яровиков
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
«Өфө» халыҡ-ара аэропорты Башҡортостанда йәшәүселәр өсөн Рәсәйҙең популяр курорттарына тура рейстарҙы арттыра. Баш ҡала аэропортының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, Сочиға йыл әйләнәһенә осорға мөмкин. Ҡышҡыһын аҙнаһына туғыҙ рейс. Хәҙер осоштарҙы өс авиакомпания башҡара, ә 28 марттан тағы бишәү өҫтәлә. Июнь-сентябрь айҙарында Өфөнән Сочиға аҙнаһына 28 рейс планлаштырыла.
Аҙнаһына дүрт тапҡыр, дүшәмбе, шишәмбе, кесаҙна һәм шәмбе көндәрендә Краснодарға осорға мөмкин. 2 июндән — шаршамбы, йома һәм йәкшәмбе – йәнә бер авиакомпанияның һауа суднолары Краснодарға оса башлай.
Йыл әйләнәһенә Өфөнән Минеральные Воды ҡалаһына башҡарылған тура рейстар республикала һәм күрше төбәктәрҙә йәшәүселәрҙә бик популяр. Әле унда аҙнаһына ике тапҡыр – шишәмбе һәм шәмбе осорға мөмкин, ә 3 июндән осош көндәре өҫтәлә – дүшәмбе һәм кесаҙна.
Йәйге осорҙа «Өфө» аэропортынан Симферополгә рейстар башҡарыла. Июнь-сентябрҙә аҙнаһына 12 рейс көтөлә. Артабан Өфөнән Ҡырымдың баш ҡалаһына осоштарҙы йыл әйләнәһенә ойоштороу планлаштырыла.
Йәй көнө биш авиакомпания Анапаға аҙнаһына 13 рейс башҡарырға йыйына. 1 июндән бер авиакомпания Геленджикка аҙнаһына икешәр рейс башҡарырға ниәтләй.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика