Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.14
0
92.22
0
67.96
+2.11
22+ °C
Ясна
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Февраль 2021, 16:04
Башҡортостанда бер тәүлектә 154 кешелә – коронавирус, 152-һендә пневмония асыҡланған
Башҡортостанда һуңғы тәүлектә коронавирус йоҡтороуҙың 154, дауахананан тыш пневмонияның 152 осрағы раҫланған, тип хәбәр итте республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин брифингта.
Пандемия башланғандан алып республикала 26 841 сирле теркәлгән.
Хәҙерге ваҡытта 222 пациент стационарҙа ята, уларҙың 25-е — ауыр хәлдә, 9-ҙы үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған. Ә 5 379 кеше өйҙә дауалана.
Уҙған тәүлектә коронавирустан вафат булғандар һаны икәүгә артҡан, бөтәһе – 234 кеше.
https://www.bashinform.ru/news/1559536-v-bashkirii-za-sutki-koronavirus-vyyavlen-u-154-zhiteley-pnevmoniya-u-152/
Автор:
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Теги:
коронавирус
һаулыҡ һаҡлау министрлығы
Читайте нас: