06:07 (UTC+5), 16 Февраля 2021

Башҡортостан Башлығы Ишембайҙа әсәһенең ҡәберенә барҙы

Радий Хәбиров, Fb
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 15 февралдә Ишембайҙа әсәһенең ҡәберенә барҙы. Республика етәксеһе әсәһе Хәбирова Разия Исхаҡ ҡыҙы менән бергә төшкән фотоһын социаль селтәргә һалды. Ул 2015 йылда донъя ҡуйған.
«...ә мин бөгөн Ишембайҙа, сөнки тап 6 йыл элек әсәйем арабыҙҙан китте. Әлбиттә, уның ҡәберенә барҙым. Бөтә ир-егеттәргә лә ошо даталарҙы онотмауҙарын теләйем. Әсәйҙәр беҙҙе тормош юлынан алып бара һәм ысын кеше булып ҡалырға ярҙам итә...», — тип яҙҙы республика Башлығы.
Радий Хәбиров уҡытыусылар ғаиләһендә тыуған. Разия Исхаҡ ҡыҙы ғүмере буйына тиерлек уҡытыусы булып эшләгән.
2021 йылдың ғинуарында Башҡортостан Башлығының ғаиләһендә сабый донъяға ауаз һалды. Малайға Тимер тип исем ҡуштылар.
«Бөгөн әсәйемә 88 йәш тулыр ине, тап бөгөн Каринам миңә ул бүләк итте!», — тип хәбәр иткәйне Радий Хәбиров.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика