10:43 (UTC+5), 09 Февраля 2021

Өфө дәүләт авиация техник университеты ректоры Сергей Новиков вуздарҙы берләштереү тураһында идеяны перспективалы тип атаны

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Өфө дәүләт авиация техник университеты ректоры Сергей Новиков юғары уҡыу йорттарын берләштереү тураһында идеяны ыңғай баһаланы. Был хаҡта ул Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ғилми берләшмә вәкилдәре менән осрашыуынан һуң белдерҙе.
– Һуңғы ваҡытта эксперттар берләшмәһендә төрлө фекерҙәр яңғырай. Авиация университеты университетты үҙгәртеү идеяһы өҫтөндә күптән эшләй тип әйтә алам. Белем биреү процесы, фән хаҡында ла һүҙ бара, – тине Сергей Новиков. – Башҡорт дәүләт университеты менән ярайһы уҡ тығыҙ эшләйбеҙ. Шуға күрә был, ысынлап та, ҡыҙыҡлы фекер, ҡыҙыҡлы идея тип иҫәпләйем. Ләкин берләшеү һәм яңы ресурстар, төрлө конкурстарҙа еңеү яулау эшендә бергә барыу өсөн үҙебеҙҙең ниндәй йомшаҡ һәм көслө яҡтарыбыҙ булыуын аңларға тейешбеҙ.
Өфө дәүләт авиация техник университеты ректоры билдәләүенсә, Рәсәйҙә һәм донъяла юғары уҡыу йорттары араһында конкуренция бара.
– Бөгөн республика вуздарына Мәскәү университеттарына тиңләшеү ауыр. Әлбиттә, яҡшы һөҙөмтәләргә ирешеү йылдан-йыл ҡатмарлаша, – тине Сергей Новиков. – Үҙебеҙҙең фәнни, кадрҙар ҡеүәтен берләштерһәк, фән дә ҡеүәтләнә. Кафедралар, тикшеренеүселәр, ғалимдар үҙ-ара эш итә башлаһа, ҡыҙыҡлы варианттар булырға мөмкин икәнлеген күрәбеҙ. Шуға был, һис шикһеҙ, ҡыҙыҡлы һәм перспектикалы идея тигән фекерҙәмен. Әлегә аныҡ ваҡытын билдәләмәйбеҙ. Ләкин бөгөндән үк алға барырға кәрәклеген аңлайбыҙ.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, социаль селтәрҙәрҙә һәм матбуғатта әүҙем тикшерелгән Өфө дәүләт авиация техник университетын Башҡорт дәүләт университеты менән берләштереү мәсьәләһен күптәр ике вуздың коллективын һәм мөлкәтен бергә ҡушыу процесы итеп ҡарай. Әлеге ваҡытта ике университет та әүҙем үҙ-ара эш алып бара. Юғары уҡыу йорттарын берләштереү тураһында ҡарарҙы университеттарҙың ғилми советтары ғына ҡабул итергә мөмкин. Өфө дәүләт авиация техник университеты хәҙер инновацион университетҡа үҙгәртеүҙең киң масштаблы программаһы өҫтөндә эшләй.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика