06:19 (UTC+5), 08 Февраля 2021

Республикала «ковид»-койкалар һаны өс меңгә тиерлек кәметелде

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Башҡортостанда яңы коронавирус инфекциялы пациенттарҙы дауалау өсөн тәғәйенләнгән койкалар өс меңгә тиерлек ҡыҫҡартылды. Республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин хәбәр итеүенсә, уларҙың һаны 6 334-тән 3 667-гә ҡалды.
«8 февралгә урындарҙың 29% буш, — тине һаулыҡ һаҡлау министры. — Хәҙер Стәрлетамаҡ инфекция үҙәгендә – 138, Зубов ауылында 297 пациент дауалана».
Башҡортостандың яңы коронавирус инфекцияһына ҡаршы көрәш буйынса оператив штабы мәғлүмәттәренә ярашлы, 8 февраль иртәһенә 25 566 COVID-19 осрағы теркәлгән. Һуңғы тәүлектә 163-кә күберәк. Бөтәһе - 19 368, тәүлек эсендә 54 кеше һауыҡҡан. Дауаханала – 303 пациент, уларҙың 45-е – ауыр хәлдә. Ә 5 687 сирле өй шарттарында дауалана.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика