09:30 (UTC+5), 04 Февраля 2021

Өфө районында балалар өсөн 20 миллион һумлыҡ асыҡ спорт комплексы төҙөлә

Берҙәм Рәсәй
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Башҡортостанда 2021 йылда асыҡ типтағы физкультура-һауыҡтырыу комплексы төҙөлә. Аҡса партия проекты сиктәрендә федераль бюджеттан бүленә. Бөтәһе - 2 миллиард һум, Башҡортостанға 20 миллион һум йүнәлтелә, республика бюджеты 400 мең һум күләмендә төҙөлөштө берлектә финанслай, тип хәбәр иттеләр «Берҙәм Рәсәй» партияһы Башҡортостан төбәк бүлексәһенең матбуғат хеҙмәтенән.
«Асыҡ типтағы физкультура һауыҡтырыу комплексында мини-футбол, гандбол, баскетбол, волейбол уйнау өсөн яһалма япма комплекты, урамда көс талап итә торған тренажерҙар, йүгереү юлдары өсөн япма комплекты, мобиль баскетбол фермаһы, шулай уҡ башҡа спорт инвентары була», — тине Башҡортостанда «Балалар спорты» проектының төбәк координаторы Рима Баталова.
Башҡортостандың Спорт министрлығы объекттың Өфө районында урынлашасағын билдәләне, тораҡ пункт һайлана. Әле Зубов ауылындағы урын ҡарала.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика