12:13 (UTC+5), 04 Февраль 2021

Өфөлә Рәсәй ислам университетының ғәрәп теле уҡытыусыһы донъя ҡуйған

социаль селтәрҙәр
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назаратының Рәсәй ислам университетында ғәрәп теленән уҡытҡан Али Әхмәт 37-се йәшендә донъя ҡуйған. Ул 2015 йылда мосолмандарҙың Үҙәк диниә назараты рәйесе Тәлғәт Тажетдиндың саҡырыуы буйынса Мысырҙан Рәсәйгә эшкә килгән. Ошо ваҡыт эсендә Башҡортостан ҡыҙына өйләнергә, Шамонин ауылында йорт һалырға һәм дүрт бала атаһы булырға өлгөргән. Рәсәй ислам университеты уҡытыусыһы ике етемде лә тәрбиәгә алған.
Кисә Әхмәт Мөхәмәт Ғамалетдин Әхмәт Алиҙың яңы коронавирус инфекцияһынан һуң өҙлөгөп вафат булыуы тураһында хәбәр килде.
Әле ғаилә Али Әхмәттең кәүҙәһен тыуған иле Мысырға оҙатыу өсөн аҡса эҙләй.
Бынан алда «Башинформ» агентлығы уҡытыусы һәм элекке адвокаттың ҡыҙыҡлы яҙмышы тураһында яҙып сыҡҡайны.
«Башинформ» агентлығы мәрхүмдең ғаиләһенең, туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика