07:24 (UTC+5), 03 Февраль 2021

Башҡортостанға коронавирустан яңы вакцина килтереү ваҡыты билдәле булды

Валерий Шахов
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы башлығы республикаға коронавирустан яңы вакцина килтереү ваҡытын әйтте. Максим Забелин һүҙҙәренсә, быйыл март айында республика «Вектор» вирусология һәм биотехнология дәүләт ғилми үҙәге етештергән «ЭпиВакКорона» препаратын көтә.
Бынан алда «Башинформ» агентлығы республикала коронавирустан вакцинация башланыуы тураһында хәбәр иткәйне. Вакцинацияға Дәүләт хеҙмәттәре порталында, «Табипҡа» мобиль ҡушымтаһында йәки «Башҡортостан Республикаһы табибы» республика сайтында, колл-үҙәктең берҙәм телефоны (1301 һәм 122), Ковидҡа ҡаршы ситуация үҙәгендә (8-347-218-19-19) яҙылырға мөмкин.
Башҡортостандың COVID-19-ҙың таралыуына ҡаршы көрәш буйынса республика штабы мәғлүмәтенә ярашлы, республикала 24 577 ауырыу осрағы теркәлгән. Тәүлек эсендә – 165 осраҡ.
Хәҙерге көндә республика стационарҙарында 402 сирле дауалана, уларҙың 64-е – ауыр хәлдә, 15-е үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған. 5382 кеше амбулатор шарттарҙа дауалана.
Һуңғы тәүлектә - 162, пандемия осоронда бөтәһе 18603 пациент һауыҡҡан. Уҙған тәүлектә хәүефле инфекциянан ике үлем осрағы теркәлгән.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика