05:28 (UTC+5), 28 Ғинуар 2021

Башҡортостанда Ҡаһым түрә һәм Төньяҡ амурҙары музейы ойошторола

Данир Ғәйнуллин
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Башҡортостанда Ҡаһым түрә һәм Төньяҡ амурҙары музейы ойошторола. Башҡорт ҡоролтайы мәғлүмәте буйынса, музей Ҡаһым Мырҙашевтың тыуған төйәгендә – Стәрлетамаҡ районы Мырҙаш ауылы мәҙәниәт йортонда була.
Райондың Айыусы ауылында Ҡаһым түрә хөрмәтенә стела, «Ашҡаҙар» йырына һәйкәл бар.
Ойоштороу мәсьәләләре буйынса кәңәшмәлә район хакимиәте вәкилдәре һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ағзалары – Башҡортостан Республикаһының Мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәге директоры Данир Ғәйнуллин, Милли музейҙың генераль директоры Марат Зөлҡәрнәев, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Аҡһаҡалдар ҡоро ағзаһы Вильмир Аҙнаев, шулай уҡ урындағы ҡоролтай вәкилдәре, башҡа йәмәғәтселәр ҡатнашты.
Данир Ғәйнуллин билдәләүенсә, бөтә ҡатнашыусылар ҙа музейҙы ойоштороуҙа методик һәм башҡа ярҙам күрһәтергә әҙер.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡорт тарихы йылында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы «Мин — Төньяҡ амурҙары тоҡомо» проектын бойомға ашыра. Ә 2022 йылда ил Рәсәйҙең 1812 йылғы Ватан һуғышында еңеүенең 210 йыллығын билдәләй. Унда 28 башҡорт атлы полкы һәм Өфө пехота полкы ла ҡатнашҡан.
1 из 4
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика