11:17 (UTC+5), 25 Января 2021

Өфөлә БДМУ-ның 500 урынлыҡ яңы ятағы асылды

Олег Яровиков
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Бөгөн, 25 ғинуарҙа, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Өфөнөң Октябрь революцияһы урамында Башҡорт дәүләт медицина университетының яңы ятағын асыу тантанаһында ҡатнашты. Республика етәксеһе төҙөкләндерелгән бинаны ҡарап сыҡты, буласаҡ табиптар өсөн булдырылған көнкүреш шарттары менән танышты һәм БДМУ студенттары менән аралашты.
«Тәү сиратта мин һеҙҙе студенттар байрамы – Татьяна көнө менән ҡотлайым. Медицина университеты студенттарына туранан-тура мөрәжәғәт итәм: һеҙҙең менән бергә үткән осор өсөн рәхмәт әйткем килә. Күптәрегеҙ «ҡыҙыл зоналар»ҙа, амбулаторияларҙа, ирекмән булып эшләне. Һеҙҙең яҡтан баһалап бөткөһөҙ ярҙам булды. Һеҙгә бик рәхмәтлемен», — тине Радий Хәбиров.
Республика етәксеһе университеттың яңы ятағындағы ремонт сифатын юғары баһаланы һәм 5 мең урынлыҡ вуз-ара кампусты проектлай башлаған архитекторҙар ошондай кимәлгә йүнәлеш алыр тигән ышаныс белдерҙе. Уны Өфөнөң Дим районында төҙөү планлаштырыла.
БДМУ ректоры Валентин Павлов юғары уҡыу йорто ятаҡтарының студенттар советы рәйесенә яңы бинаның символик асҡысын тапшырып, республика етәкселегенә рәхмәт әйтте.
Белешмә:
Өфө авиация техникумының 1962 йылда төҙөлгән бинаһын Башҡортостан республикаһы властары 2020 йылда БДМУ-ға тапшырҙы. Биш ҡатлы ятаҡтың дөйөм майҙаны – 5 мең квадрат метрҙан ашыу. Ул 500 студентҡа иҫәпләнгән.
Ремонттан һуң бында мобиль китапхана, интеллектуаль ял залы, фитнес-үҙәк була. Ремонт эштәренең хаҡы – 89 миллион һум. Студенттар ятаҡҡа февраль башында урынлаштырыла.
1 из 22
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика