11:25 (UTC+5), 30 Декабря 2020

Башҡортостанда 15 йәшлек Роман Щекатуровҡа республика Башлығынан бүләк тапшырылды

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Башҡортостанда ун биш йәшлек Роман Щекатуров республика Башлығынан бүләк алды.
Өфөлә йәшәгән Роман Щекатуровт «Теләктәр шыршыһы» Бөтә Рәсәй акцияһында ҡатнашты.
17 декабрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «Башҡортостан» дәүләт концерт залында ҡуйылған шыршынан акцияла ҡатнашыусыларҙың теләктәре яҙылған өс уйынсыҡ алды. Республика етәксеһенә теләктәрҙең береһе – Романдың Stels Energy серияһынан өс тәгәрмәсле велосипед тураһында хыялы.
29 декабрҙә, Яңы йыл алдынан, Өфө хакимиәте башлығы урынбаҫары Алина Сөләймәнова һәм Ленин районы башлығы Олег Котов Щекатуровтар ғаиләһенә бүләк тапшырҙы.
«Әле һаман хыялымдың тормошҡа ашыуына ышанып бөтмәйем, йәғни, ысынлап та, тоттолар ҙа миңә ошондай велосипед бүләк иттеләр», – тип рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе Роман.
Бынан алда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Өфөнән туғыҙ йәшлек Михаил Манулиндың һәм Ишембайҙан 65 йәшлек Татьяна Буланкинаның теләктәрен үтәне.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл «Теләктәр шыршыһы» акцияһы 5 декабрҙә башланды. Республикала етем һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙәге балаларҙың хыялын тормошҡа ашырып өлгөрөү өсөн уны 27 декабргә тиклем оҙайтылды. Ғаризалар 16 ноябрҙән 15 декабргә тиклем ҡабул ителде. Башҡортостандан акцияның сайтына 500-ҙән ашыу ғариза килде. Улар 28 февралгә хәтлем тормошҡа ашырыла.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика